Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбировтың яңы советнигы билдәләнде

"Бөгөн минең даими рубрикамдың геройы Өфө гарнизонының хәрби командиры, Шайморатов генерал ордены кавалерия Валентин Солодовник. 25 апрелдә Валентин Николаевичты илһөйәрлек тәрбиәһе мәсьәләләре буйынса үҙемдең кәңәшсем итеп тәғәйенләнем", - тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге яҙмаһында.

Валентин Николаевич – хәрбиҙәр нәҫеленән, бала саҡтан ата-әсәһе юлынан китергә хыяллана. Тыуған иленә һәм хәрби хеҙмәткә һөйөүен балаларына ла тапшыра алған. Уның алтынсы синыфта уҡыусы ҡыҙы ла хәрби университетҡа уҡырға инергә ниәтләй. Үҙенең хеҙмәте тураһында Валентин Солодовник һөйләргә яратмай. Шуға ҡарамаҫтан ул Сүриәләге хәрби хәрәкәт ветераны, уның иҫәбендә бер нисә ҡаһарманлыҡ.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: