Шағирҙың көндәлектәренә нигеҙләнеп эшләнгән был тамаша Рәми Ғариповтың балалыҡ һәм үҫмер йылдарын сағылдырған сағыу эпизодтар һәм йыр-бейеү менән үрелеп бара.
Р. Ғарипов һүҙҙәренә ижад ителгән «Уйҙарым» ҡобайыры, «Сыңрау торна», «Йондоҙом», «Кәкүк» йырҙары сараға айырым бер биҙәк өҫтәй.
Тамаша мәктәп уҡыусыларында шағирҙың ижадына хөрмәт уятыу, уны популярлаштырыу маҡсатында сәхнәгә ҡуйылды.
Шулай уҡ ул башҡорт теле һәм әҙәбиәте, драма түңәрәге етәкселәренә методик ярҙам буласаҡ.
Ғөмүмән, был сара Р.Ғарипов шәхесен хөрмәт иткән бар милләттәштәребеҙҙең дә күңеленә хуш килер, тип ышанабыҙ.
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия- интернат уҡыусылары көсө менән әҙерләнгән тамаша ҙур сәхнәлә беренсе тапҡыр күрһәтелә.
Тамашаның директоры: Сәлихов Илнур Рифат улы.
Сценарий авторҙары: Сәрүәр Сурина, Гөлсәсәк Ҡылысова.
Режиссер: Әлмирә Ҡыуатова.
Балетмейстер: Рәйес Низаметдинов, Алмас Такалов.
Продюсер: Кейекбирҙина Шәүрә Шәһит ҡыҙы.
«Аманат» этнофольк төркөмө етәксеһе Рәйес Низаметдинов.