Кескәй ҡыҙҙың да йөрәге тибеүҙән туҡтаған...

Әлшәй районындағы авария ҡорбандары өсәүгә етте.

Кескәй ҡыҙҙың да йөрәге тибеүҙән туҡтаған...Кескәй ҡыҙҙың да йөрәге тибеүҙән туҡтаған...
Кескәй ҡыҙҙың да йөрәге тибеүҙән туҡтаған...

Кисә байрам көнөндә Әлшәй районында ҡот осҡос юл фажиғәһе теркәлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә юлында "Volkswagen Polo" и "Ford Focus" машиналары төкөшә. Көслө бәрелеү һөҙөмтәһендә автомобилдәр юлдан ситкә сығып оса һәм дөрләп яна башлай. Фажиғә урынында 1992 һәм 1993 йылғы ике егеттең ғүмере өҙөлә.

Тағы ла өс кешене Раевка үҙәк район дауаханаһына оҙаталар (1988 йылғы ир, 1990 йылғы ҡатын һәм 2013 йылғы ҡыҙ), уларҙың барыһы ла үҙ аңында була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төндә 9 йәшлек ҡыҙҙың да йөрәге тибеүҙән туҡтай. Бик йәл... ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.

Мәрхүм булғандарҙың ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас