Бөтә яңылыҡтар

Исемдәрен тыйырға тәҡдим итәләр...

Ишеткәнһегеҙҙер, Украинала махсус операция башланғас, Рәсәйҙең бер төркөм сәхнә һәм ижад әһеле ризаһыҙлыҡ белдереп, сит илдәрҙәге өйҙәренә күсеп сығып китте. Хәҙер шунда ятып, бәғзеләре һаман таяҡ болғай. Ә был ваҡытта Рәсәйҙең бер сенаторы уларҙың исемдәрен тыйыу тураһында закон проекты әҙерләй.

Исемдәрен тыйырға тәҡдим итәләр...
Исемдәрен тыйырға тәҡдим итәләр...

Ҡырымдан сенатор Сергей Цеков әҙерләгән документ интернетта, киң мәғлүмәт сараларында илдән ҡасҡан артистарҙың исем-атын яҙыуҙы, һөйләүҙе тыйыуға бәйле.

«Пора принимать решение – это антироссийские люди, их имена надо навсегда забыть», – тигән сенатор.

Уларҙы һөйләү, кире яҡтан булһа ла, барыбер реклама. Ә ниңә беҙҙең илгә ҡаршы торғандарға реклама яһарға? Әгәр ҙә закон ҡабул ителһә, уны боҙоусыларға тейешле яза биреләсәк. Шулай ти Цеков әфәнде. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Әйткәндәй, РФ Федерация Советының комитет башлығы Андрей Клишас телеграм-каналында бындай тыйыу тураһында закон проекты ҡабул ителмәйәсәген яҙған.

Нишләргә инде?

Кемдәрҙең илде ташлап киткәндәрен һанап сығыуҙың кәрәге юҡтыр...

Фото: vk.com

Исемдәрен тыйырға тәҡдим итәләр...
Исемдәрен тыйырға тәҡдим итәләр...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: