+19 °С
Болотло
Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы Кесе Ямантау тауы итәгендә 7 гектар майҙанда урман яна. Янғын Айғыр ауылынан 6 саҡрым алыҫлыҡта ҡотора, тораҡ пунктҡа тиклем тәбиғи ҡаршылыҡ бар – яҡында йылға аға. Кисә ел көслө булыу сәбәпле, янғын һүндереүселәр төнгә тиклем утты һүндереп өлгөрмәгән.
Бөгөн янғынға ҡаршы көрәш дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман шырлығына техника үтеп инә алмай. Урынға ранецтар менән 30 кеше ебәрелгән.