Бөтә яңылыҡтар

Бер яңылышлыҡ һәм биш кеше ғүмере...

Бөгөн иртән Мишкә районындағы юл фажиғәһендә биш кеше һәләк булған.

Бер яңылышлыҡ һәм биш кеше ғүмере...
Бер яңылышлыҡ һәм биш кеше ғүмере...

Бөгөн иртәнге сәғәт 11 тула егерме минут тирәһендә ашығыс хеҙмәттәргә Мишкә янында ҡот осҡос авария теркәлеүе тураһында хәбәр килә. Фажиғә булған урынға тиҙ арала ҡотҡарыусылар ебәрелә. 

Асыҡланыуынса, Өфө – Яңауыл трассаһының 133-сө саҡрымында «Skoda Roomster» һәм «Renault Sandero» машиналары бәрелешкән. Авария шул тиклем көслө булған. Бәрелештән һуң «Renault» машинаһы янып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл фажиғәһендә биш кешенең ғүмере өҙөлгән – «Skoda Roomster»ҙан өс кеше, «Renault Sandero»нан ике кеше. 

Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәттәр аныҡлана. Тәфтиш-оператив төркөм тикшереү үткәрә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: