Бөтә яңылыҡтар

107 йәшлек ветеран тыуары менән "Катюша"ны йырлай

Муллахан Нурисламов — 107 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ике айҙан 108 йәшен билдәләй. 

 

Ошо көндәрҙә Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов Пермь крайының Чернушка ҡалаһында ҡыҙында йәшәүсе Муллахан Нурислам улы  менән осрашты. Ветеран яҡташтарын күреүгә бик шатланды.   Үҙенең хәрби юлы тураһында һөйләне, тыуары  менән бергә “Катюша”ны йырлап ишеттерҙе, башҡортса йырҙарҙы ла иҫкә төшөрҙө.

Муллахан Нурислам улы Нурисламов Асҡын районының Урманкүл ауылында тыуған. Беренсе Бөтә донъя һуғышы башланғанда ул 16 көнлөк кенә була. Ә Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул өс йыл хәрби бурысын үтәп ҡайтҡан 27 йәшлек егет була һәм иң тәүгеләрҙән булып фронтҡа саҡырылыусылар исемлегенә эләгә. Бер айҙан инде ул ил һаҡсылары сафына баҫа һәм башынан аҙағына тиклем һуғыш юлын үтә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн бихисап хәрби наградалар менән бүләкләнә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: