Шул саҡ донъялағы иң бәхетле
Кеше итеп тойҙом үҙемде,
Кинәнестән, күкрәгемде ҡыҫып,
Ҡосаҡларҙай булды илемде.
Һәм теҙләнеп Темәс тупрағын мин
Үптем, һөйөү, тәрән хис менән,
Был хөрмәтләү ине тыуған ерҙе
Ғәзиз яҡташтарым исеменән.
Күкрәп килһен өсөн сал Ватанға
Еңеү көнө, Еңеү байрамы,
Күпме ҡаһармандар, яу ҡайтарып,
Ғүмерҙәрен илгә арбаны!
Йөрәгендә ер ҡөҙрәтен тойоп,
Алмас ҡылыстарын сыңлатып,
Йәшенле юл үтте баһадирҙар,
Яуыз дошмандарҙы ҡыйратып.
Артыҡ һулыштарын алғанғаса
Улар тоғро булды антына.
Изге яуҙа ауған яугир рухы
Мәңгелек ут булып талпына.
Хәтерләйем, сыуаҡ май ҡояшы
Наҙлағанда нәфис гөлдәрен,
Мәскәү ғорурланып хәбәр итте
Тантаналы еңеү һүҙҙәрен!
Еңеү һүҙенән дә шөһрәтлерәк
Ниндәй һүҙ бар икән тағы ла?
Ошо һүҙҙә яусыл заманымдың,
Шанлы, данлы, мәғрур Ватанымдың
Тиңһеҙ батырлығы сағыла.
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ.