Бөтә яңылыҡтар

Ҡурҡыу белмәҫ йәш геройҙар бүләкләнде

Еңеү байрамы алдынан «Патриот» хәрби-патриотик паркы биләмәһендә Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова республикабыҙ балаларына «Батырлыҡ, ныҡлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн» күкрәккә таға торған билдәләр тапшырҙы.

Ҡурҡыу белмәҫ йәш геройҙар бүләкләнде
Ҡурҡыу белмәҫ йәш геройҙар бүләкләнде

Был наградаға Өфөнән Максим Ғимаев, Серафим Кудисов, Учалы районынан Яна Насырова, Сибай ҡалаһынан Камила Шәрипова, Өфө районынан Герман Макаров тәҡдим ителгәйне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2014 йылда Социаль-мәҙәни башланғыстар фонды тарафынан эскерһеҙ ярҙамға килергә һәм ауыр тормош хәлен еңеп сығырға әҙерлеге өсөн күкрәккә тағыла торған «Ҡыҙыу йөрәк» билдәһе булдырылғайны.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡурҡыу белмәҫ йәш геройҙарҙы тәрбиәләгән һәм уҡытҡан өсөн уларҙың ата-әсәләренә һәм уҡытыусыларына рәхмәтен  белдерә.

 

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: