Республиканың күп милләтле халҡы исеменән ул Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин һәйкәле янындағы Мәңгелек ут мемориаль комплексына сәскәләр һалды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын башҡарғандан һуң тантанала ҡатнашыусылар Ватанын һаҡлап, яу яланынан әйләнеп ҡайтмаған яугирҙарҙы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Төбәк Башлығы шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәм генерал-майор Таһир Кусимов бюстарына, тыл эшсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалды. Паркта Радий Хәбиров ветерандар менән аралашып, уларҙы байрам менән ҡотланы, ныҡлы һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләне.
Фото: Т. АМАНОВ.