Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә олатаһының өләсәһенә өйләнеп, өс балаһы донъяға килеүен, шуларҙың береһе – уның атаһы булыуын да яҙа.
«Олатайым, меңәрләгән совет һалдаты кеүек, һуғыштың тәүге йылында һәләк булды. Өләсәйем олатайымдың һоҡланғыс, ҡыйыу һәм көслө кеше булыуы хаҡында һөйләй торғайны. Бөгөн ул да иҫән түгел, әммә улар икеһе лә – йөрәгемдә. Өс йыл элек олатайымды туғандар ҡәберлегендә танынылар – сираттағы Еңеү көнөндә яңынан ерләнеләр. Хәҙер ул Сибайҙа өләсәйем эргәһендә ерләнгән», – тип хәтерләүҙәргә бирелеп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры республика халҡын байрам менән дә ҡотлай.
Фото: Т. АМАНОВ.