Бөтә яңылыҡтар

«Илебеҙ өсөн һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу йолаһын үтәйбеҙ»

Бөгөн, 9 майҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә тупраҡлы гильзаны һалыу тантанаһында ҡатнашты.

«Илебеҙ өсөн һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу йолаһын үтәйбеҙ»
«Илебеҙ өсөн һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу йолаһын үтәйбеҙ»

Тупраҡты, «Хәтер тупрағы» марафонына ярашлы, республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарынан йыйғайнылар. 1 майҙа старт алған акцияла Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, уҡыусылар һәм студенттар, хәрби-патриотик клубтар ағзалары ҡатнашты. Марафондың финалы легендар комдивтың тыуған төйәге – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы булды. Унан хәрби техника оҙатыуында ер менән кортеж Совет майҙанына килеп етте.

- Ата-бабаларыбыҙ фронтҡа киткән республиканың һәр төбәгенән беҙ был гильзаға ер бөртөктәре йыйҙыҡ. Шуларҙың бер өлөшөн легендар комдив һәләк булған Луганск халыҡ республикаһынан да алып ҡайттыҡ. Бөгөн ергә тупраҡлы гильза һалып, беҙ илебеҙ өсөн һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу йолаһын үтәйбеҙ. Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ һәйкәл Тыуған илен һаҡлаған ата-бабаларыбыҙға хөрмәт һәм хәтер билдәһе булыр, тип ышанам. Бөгөн уларға алмашҡа беҙҙең тыныслыҡты һәм именлекте һаҡлаусы яңы быуын балалар килде. Оҙаҡламай Совет майҙанында Ватанды һаҡлаусылар хәрби ант биреп, «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй» һүҙҙәре менән тамамлар, тип ышанам, – тине Радий Хәбиров.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Рәис Әбдрәшитов Луганск халыҡ республикаһынан һуңғы ус тупраҡты гильзаға һалды. Ул республика халҡын Еңеү көнө менән дә ҡотланы.

Төҙөүселәр скульптура композицияһының нигеҙен, шулай уҡ беренсе колоннаны ҡуйыу өсөн нигеҙҙе әҙерләгән дә инде. Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса, Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәлде асыу ошо йылдың 11 октябренә, Республика көнөнә, билдәләнгән.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: