Бөтә яңылыҡтар

Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙ 27 миллиондан артыҡ улын һәм ҡыҙын юғалта. СССР биләмәһендә 1 мең 710 ҡала, 70 меңдән ашыу ауыл яндырыла.

Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай
Бер кем дә, бер ни ҙә онотолмай

Башҡортостандан һуғышҡа 730 мең кеше алына. Шуларҙың 370 меңе яу яланында ятып ҡала.

***

Һуғыш ваҡытында беҙҙең республикала 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөлә. Уның 78 яугирына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

***

Яуҙағы батырлығы, тылдағы фиҙакәрлеге өсөн Башҡортостандың 330 меңдән артыҡ кешеһе орден, миҙалдар менән бүләкләнә. Күптәре Дан орденына лайыҡ була, шуларҙың 35-е – ошо награданың тулы кавалеры. 278 яугир – Советтар Союзы Геройы, ә ҡаһарман осоусы Муса Гәрәев был исемгә ике тапҡыр лайыҡ була.

***

Ҡанлы һуғыш 4 йыл дауам итә. Был – 1418 көнгә, 34 мең сәғәткә тиң ваҡыт.

Илебеҙ, халҡыбыҙ күргәнен, Бөйөк Еңеүҙең нисек яуланғанын онотмайыҡ!

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: