– Халҡыбыҙ, киләсәк быуындарыбыҙ яҙмышында был мөһим көн – 1945 йылдың 9 майы мәңгелеккә һеңеп ҡалған. Беҙ фронтовик геройҙарҙың, тыл эшсәндәренең, һуғыш балаларының исемдәрен хәтерҙә һаҡлаясаҡбыҙ, уларҙың хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтарына тиңләшәсәкбеҙ. Бөгөн дә беҙҙең яугирҙар, уларҙың олатайҙары кеүек, Украинала милләтселәр менән ҡыйыу алышҡанда, илебеҙгә ҡаршы ысын иҡтисади һәм мәғлүмәт һуғышы алып барғанда, беҙ берләшергә тейешбеҙ. Ил Президенты, Юғары баш командующий Владимир Владимирович Путин тирәләй рәттәрҙе берләштереү зарур. Бөтә һынауҙарҙы еңеп сығып, милләтселекте еңергә, күп михнәтле Донбас ерендә тыныс тормош тәьмин итеү, беҙҙең хәрби ҡеүәтебеҙҙе Ерҙә тыныслыҡ гаранты булараҡ нығытыу кәрәк.
Бөйөк Еңеү тураһында изге хәтерҙе һаҡлау – беҙҙең бурыс. Беҙ уны бер кемгә лә бирмәйәсәкбеҙ. Беҙҙең йәштәр боронғо заман һәм хәҙерге геройҙарҙың батырлығында тәрбиәләнергә тейеш. Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ, хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙ, республика халҡы, һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет һәм тыныс күк йөҙө теләйем! Еңеүсе халыҡҡа дан! Рәсәй даны! Байрам менән һеҙҙе, ҡәҙерле дуҫтар! Еңеү көнө менән! Ура, иптәштәр!» – тине Радий Хәбиров ҡотлау һүҙендә.
Әйткәндәй, байрам сараһында шулай уҡ Тажикстан Республикаһының Өфө ҡалаһындағы вәкиле, Болгария Республикаһының Өфө ҡалаһындағы почетлы консулы Ярослав Шредер, ҡырғыҙ Республикаһының Өфө ҡалаһындағы почетлы консулы Айрат Хәбиров, Рәсәй Федерацияһындағы Беларусь Республикаһы Илселегенең Өфө ҡалаһындағы бүлексәһе етәксеһе Артур Карпович, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина ҡатнашты.
– Бөгөн беҙҙең менән дүрт илдең вәкилдәре бар. Һәм был илдәрҙең һәр ҡайһыһы Еңеүгә тос өлөш индергән. Фашизмға ҡаршы көрәштә ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн был илдәрҙең һалдаттары миҙал һәм ордендар ала һәм Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Был – дөйөм байрам һәм беҙ уны бергәләп байрам итәбеҙ! – тип билдәләне Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Полковник Рәмил Хәйретдинов етәкселегендәге парадты Башҡортостандың хәрби комиссары, Өфө территориаль гарнизоны начальнигы, полковник Михаил Блажевич ҡабул итте. Ленин исемендәге майҙан буйлап тигеҙ сафтарҙа 1300-ҙән ашыу хәрби үтте. Парадта Өфө гарнизоны хәрби хеҙмәткәрҙәре, Өфөлә урынлашҡан көс структуралары учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, хәрби хәрәкәттәр һәм хәрби хеҙмәт ветерандары, курсанттар һәм кадеттар ҡатнашты.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса парадта һыбайлылар ҙа ҡатнашты. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының кавалерия подразделениеһының ете вәкиле һуғыш йылдарындағы формала, ә командир – Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов формаһында кейенгән. Быйылғы парадтың тағы бер үҙенсәлеге – Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының кинология бүлеге. Парад «Первушино» бәләкәй авиация аэродром комплексының демонстрациялау төркөмө сығышы менән тамамланды.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.