Бөтә яңылыҡтар

«Һау булһаҡ, һуғышты бөтөргәс тә еңеү менән ҡайтырбыҙ»

«Немецтарҙы аяуһыҙ туҡмайбыҙ. Улар беҙҙән ҡасып сигенгәндә лә үҙҙәренең ҡанһыҙ йыртҡыслыҡтарын ҡыла. Әгәр өлгөрә алһалар, бөтә ауылды яндырып, көл-күмергә ҡалдырып китәләр. Быны күрһәң, йөрәк өшөй, нәфрәт арта, үс алғы килә. Немецтарҙың ана шул йән тетрәткес ҡыланыштарын күрә-күрә алға барабыҙ. Шуны ла әйтеп китәйем: беҙҙең яҡшы һуғышыуыбыҙҙы билдәләп иптәш Сталин беҙгә өс хат ебәрҙе. Ошо арала миңә лә Хөкүмәт наградаһы бирергә тейештәр.

«Һау булһаҡ, һуғышты бөтөргәс тә еңеү менән ҡайтырбыҙ»
«Һау булһаҡ, һуғышты бөтөргәс тә еңеү менән ҡайтырбыҙ»

Ауылды, Һүрәм буйҙарын, ауылдаштарҙы бик һағындым. Хеҙмәт иткәнгә лә өс йыл тулды. Һау булһаҡ, һуғышты бөтөргәс тә еңеү менән ҡайтырбыҙ.

Атай, әсәй! Үҙегеҙҙең хәлдәрегеҙ нисек унда? Һеҙгә лә еңел түгелдер инде. Бирешмәгеҙ, йәме. Һеҙ бирешмәһәгеҙ, беҙгә лә дошманды туҡмауы еңелерәк була бит. Ярай, хуш-һау булып тороғоҙ. Тағы яҙырмын. Әле һуғышҡа әҙерләнергә бойороҡ булды. Йәмил ағайымдарҙың адресын ебәрегеҙ.

Хат көтөп, ағайығыҙ, улығыҙ Зәкәриә».

Яҙылды 30 октябрь 1943 йыл.

Был Ейәнсура районы Саҙалы ауылынан Зәкәриә Юлдашбаевтың һуғыштың алғы һыҙығынан яҙған хаты.

Марат Түләбаевтың “Үҫәргәндәр ере – Ейәнсура” китабынан әҙерләнде.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: