Бөтә яңылыҡтар

Аҡташ тауында – яңы стела

Май байрамы алдынан  сик һаҡсылары һәм Юлдыбай ауылы халҡы Аҡташ тауында сик һаҡсыларына һәм уларҙың тоғро дүрт аяҡлы дуҫтарына яңы стела ҡуйған.

Аҡташ тауында – яңы стела
Аҡташ тауында – яңы стела

Был хаҡта үҙенең «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хәбәр итә.

–  Шулай уҡ ауылға ингән ерҙә яҙманы, быуала тюльпанды яңыртыу, сик билдәһен алмаштырыу һәм эргә-тирә биләмәне таҙартыу буйынса берлектәге өмә ойошторолдо. Юлдыбайҙарға һәм сик һаҡсыларына яҡшы идеялары һәм эштәре өсөн рәхмәт белдерәм, – тип яҙа ул.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: