Бөтә яңылыҡтар

Йыуа йыям, тип... аҙашҡан!

Кисә көндөҙ ике ҡатын Балаҡатай районының Ҡәҙер ауылы янындағы урманға йыуа йыйырға сыҡҡан. Урманға ингәс, улар киске сәғәт етелә машина янында осрашырға һөйләшеп килешә. Тик тәғәйен ваҡытҡа ҡатындарҙың береһе урмандан сыҡмай... Әхирәте шунда уҡ ҡотҡарыусыларға шылтырата. Ҡатынды төнө буйы эҙләйҙәр, әммә таба алмайҙар. Юғалған ҡатын төндө япа-яңғыҙы урманда үткәреп, иртәнсәк кенә үҙ аллы ауылына ҡайта ала. 

Йыуа йыям, тип... аҙашҡан!
Йыуа йыям, тип... аҙашҡан!

Бындай хәлдәр йыл һайын ҡабатланып тора: еләк-емеш, үлән йыйырға сыҡҡан кешеләр урманда аҙашып, ҡайта алмай ҡаңғыра. Бындай хәлгә тарымаҫ өсөн, үҙегеҙ белгән ерҙәрҙә генә йөрөгөҙ, ҡайҙа барғанығыҙҙы яҡындарығыҙға иҫкәртегеҙ, телефонығыҙҙың заряды һәр саҡ тулы булһын.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: