Бөтә яңылыҡтар

Янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары

Янғын хәүефһеҙлеге айлығы сиктәрендә республиканың баҡса ширҡәттәрендә янғындарҙы иҫкәртеүгә йүнәлтелгән профилактик эш көсәйтелгән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре Өфөнөң Калинин һәм Орджоникидзе райондарында, Мәләүездә рейдтар ойошторған. Рейд барышында ширҡәттәрҙең яуаплы кешеләре һәм баҡсасылар араһында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре буйынса инструктаж үткәрелгән, йорттар, ҡаралтылар, мунсалар тикшерелгән.

Янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары
Янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары

Граждандарға 2022 йылдың 1 майынан Башҡортостан Республикаһында иғлан ителгән янғынға ҡаршы айырым режим ваҡытында үтәлергә тейешле ҡағиҙәләр, усаҡ яғырға, ҡоро үләнде үртәргә ярамағанлығы аңлатылған. Ҡағиҙәләрҙе боҙоу етди штраф менән янай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары
Янғынға ҡаршы иҫкәртеү саралары
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: