Бөтә яңылыҡтар

Тәмәке тартҡан...

Бөгөн иртән Туймазы ҡалаһында биш ҡатлы йорттағы бер бүлмәле фатирҙа янғын сыҡҡан. Янғын һүндереүселәр килгәс, фатирҙа 1987 йылғы ирҙең һәләк булыуын асыҡлаған. Янғын сәбәптәре тикшерелә. Бер фараз буйынса, ир тәмәке тартҡанда йоҡлап киткән һәм кейеменә ут тоҡанған. Ирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Тәмәке тартҡан...
Тәмәке тартҡан...

Постелдә ятҡанда йәки креслола, диванда ултырғанда тәмәке тартырға ярамай, бигерәк тә эскән килеш. Тәмәке төпсөгөнән кейем йәки йорт йыһазы янып китеүе ихтимал.

Тәмәке көлөн ҡағыр өсөн шырпы йәки сигарет ҡабын, ҡағыҙҙы файҙаланмағыҙ.

Һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн, шырпыны сүп-сар өйөмөнә ташламағыҙ.

Гаражда бөтөнләй тәмәке тартырға ярамай!

Фото: МЧС РБ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: