Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында хәрби-патриотик программа әҙерләргә ҡушты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың хәрби хәрәкәттәр ветерандары менән осрашыуы барышында "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, Башҡортостан юлдаш телеканалында "Патриот 102" хәрби-патриотик программа концепцияһы өҫтөндә эш барыуы тураһында һөйләне. Бындай проектты булдырыу тәҡдиме менән алдан республика Башлығына "Хәрби туғанлыҡ" республика бүлексәһе ағзалары мөрәжәғәт иткән.

Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында хәрби-патриотик программа әҙерләргә ҡушты
Радий Хәбиров Башҡортостан юлдаш телеканалында хәрби-патриотик программа әҙерләргә ҡушты

Программа 2022 йылдың сентябренән эфирға сығасаҡ, әле алып барыусыларҙы һайлайҙар, буласаҡ тапшырыуҙар тематикаһы өйрәнелә. Беренсе этапта ул айына бер тапҡыр сығарыласаҡ, тип күҙаллана.

"Мин программаны айына 2 тапҡыр сығарырға тәҡдим итәм. Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү шул иҫәптән ошондай тапшырыуҙар аша ла бара. Ул заманса һәм ҡыҙыҡлы булырға тейеш ", - тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: