Бөтә яңылыҡтар

Үҫмерҙәр тотош ауылды ҡотҡарған

Иглин районының Сыуаш-Ҡобау уҡыусылары янғын сығыуға юл ҡуймаған.

Үҫмерҙәр тотош ауылды ҡотҡарған
Үҫмерҙәр тотош ауылды ҡотҡарған

Был хаҡта урындағы 79-сы янғын һүндереү часы начальнигы Шамил Зәйнәғәтдинов хәбәр итә. Билдәле булыуынса, яңыраҡ Сыуаш-Ҡобау ауылы биләмәһендә янғын сыҡҡан. "Ҡыҙыл әтәс" йорт биләмәләренә күсеү ҡурҡынысы менән янаған.
Уттың ауылға етеп килгәнен күргәс, Тимофей менән Александр, уйлап тормайынса, квадроциклға ултыра һәм утты һүндерергә юллана. Бер аҙҙан уларға ярҙамға янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә. Сыуаш-Ҡобау мәктәбенең 9 класы уҡыусылары ярҙамы менән уттың торлаҡ йорттарға күсеүенә юл ҡуйылмай.

Сыуаш-Ҡобау ауылы халҡы һәм 79-сы янғын һүндереү часы коллективы йәш янғын һүндереүселәргә ҙур рәхмәтен белдерә.

 

Сығанаҡ: " Иглин хәбәрҙәре"

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: