Көндән-көн Айнурҙың хәле ауырая. Шуға ла табиптар быйыл ғинуар айында, бик үк тура килмәһә лә, атаһынан алынған електе уға күсерергә ҡарар итә. Тик Санкт-Петербург дауаханаһына килеү менән Айнур ковид йоҡтора... Шунлыҡтан операцияны мартта ғына эшләйҙәр. Күрһәткестәр насар булғас, Айнурҙы яһалма комаға ебәрәләр. Айнурҙың йөрәге 5 майҙа 15:15 сәғ. тибеүҙән туҡтай.
Айнур ҡатыны менән ике ҡыҙ үҫтергән булған... Йәне йәннәттә булһын!
Уға йыйылған аҡсаның ҡалғанын, яҡынса 1,28 млн һумды, фонд башҡа мохтаждарға бүләсәк.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.