Бөтә яңылыҡтар

Иғтибар! Кеше юғалған!

Өфөнән 31 йәшлек Тимур Денисовты яҡындары эҙләй. Уның туғандары йәнә ярҙам һорап республика халҡына мөрәжәғәт итте.

Иғтибар! Кеше юғалған!
Иғтибар! Кеше юғалған!

Тимур Денисовты 2 февралдән бирле эҙләйҙәр. Ул көндө ир ҡапыл ғына ғәйеп була. Ул яңғыҙы йәшәгән, туғандарына шылтыратҡан, ҡайҙалыр сыҡҡан, һуңынан телефонына яуап бирмәй башлаған. Уның ғаиләһе шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә, ләкин әлегә эҙләү һөҙөмтә бирмәй. Билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, йәшел күҙле. Ул ҡара куртка, аҡ эмблемалы ҡара «Найк» спорт салбары, ҡара аяҡ кейеме кейгән. Әгәр һеҙ Тимур Денисовтың ҡайҙалығын белһәгеҙ, 8 800 700 54 52 йәки 102 номеры буйынса полицияға мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: