Бөтә яңылыҡтар

"Хәтер тупрағы" марафоны Ҡыйғыла

Ҡыйғы районында "Хәтер тупрағы" республика марафоны уҙҙы. Унда Ҡыйғы, Мәсетле, Балаҡатай, Салауат һәм Дыуан райондары вәкилдәре ҡатнашты. Тулыраҡ сайтта.

"Хәтер тупрағы" марафоны Ҡыйғыла
"Хәтер тупрағы" марафоны Ҡыйғыла

Гильзаға тупраҡты сержант, төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Наил Саҙретдинов (Ҡыйғы районы), лейтенант, Афған һуғышы ветераны Владимир Крючков (Мәсетле районы), кесе сержант, Афған һуғышы ветераны Исмәғил Хөсәйенов (Балаҡатай районы), Афғанстанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Рөстәм Хөснуллин (Салауат районы), милиция подполковнигы, Афған һуғышы ветераны Эльмир Шафиҡов һалды.

Акцияның төп тантанаһы иртәгә Өфөлә буласаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

"Хәтер тупрағы" марафоны Ҡыйғыла
"Хәтер тупрағы" марафоны Ҡыйғыла
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: