Бөтә яңылыҡтар

Бур тотолған

Нефтекамала 2020-2021 йылдарҙа аҫылмалы йоҙаҡтар менән бикләнгән гараждарҙан машина тәгәрмәстәрен, кәмәләрҙе, мотоблоктарҙы, триммерҙарҙы, көнкүреш техникаһын урлағандар. Яңыраҡ бурҙы тотҡандар. 54 йәшлек ир Татарстан Республикаһынан булып сыҡҡан.

Бур тотолған
Бур тотолған

Ҡулға алынған ир үҙ ғәйебен таныған, урланған әйберҙәрҙең ҡайһы берҙәре уның йортонда табылған. Тикшереү эше дауам итә.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: