Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы дауам итә

Төбәктә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса үткәрелгән "Хәтер баҡсаһы" халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә ағас ултыртыу дауам итә. Акцияның маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү: һәләк булған 27 миллион кешегә - 27 миллион ағас ултыртыу. Башҡортостан был башланғысты әүҙем күтәреп алды. Бөгөнгө көнгә урман фондында ғына ла 250 меңгә яҡын ағас ултыртылған. Әбйәлил урмансылығында акцияла 150-нән ашыу кеше ҡатнашҡан: урындағы урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, "Йәшел урман" мәктәп урмансылығы ағзалары, "Осҡон" район гәзите хәбәрселәре һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре. Дөйөм көс менән улар 12 мең ҡарағай ултыртҡан. Тулыраҡ сайтта.

Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы дауам итә
Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы дауам итә

Дыуан районында акция бер юлы ике майҙансыҡта үткән: район үҙәгенең Еңеү паркында - 150 йүкә ағасы һәм пирамида кеүек тирәк, Ҡәҙер ауылында 8 мең шыршы һәм ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.

Дүртөйлө урман хужалығында райондың урман хужалығы ветерандары, Федераль яза башҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм ирекмәндәр биш меңгә яҡын шыршы ултыртҡан. Стәрлетамаҡта 4 меңдән ашыу ҡайын һәм дардар ағастары ултыртылған.

Үрге Тәтешле ауылында ауыл халҡы - 450-нән ашыу, Кананикольский урмансылығында акцияла ҡатнашыусылар 8 мең ҡарағай үҫентеһе ултыртҡан.

Башҡортостан Республикаһында акция 25 майға тиклем дауам итәсәк. "Хәтер баҡсаһы" акцияһын үткәреү өсөн муниципалитет биләмәләрендә 61 урман участкаһы әҙерләнгән. Ҡатнашыу өсөн майҙансыҡты ошо сайтта садпамяти2022.рф. һайларға мөмкин.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы дауам итә
Башҡортостанда "Хәтер баҡсаһы" акцияһы дауам итә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: