Бөтә яңылыҡтар

Йылға буйлап ағыу-2022

Йылға буйлап аҡҡан саҡта тәжрибәле туристар ҙа ҡай саҡ бәләгә тарып ҡуя. Быға юл ҡуймаҫ өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тотор кәрәк. Тура эфирҙа - Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының авария-ҡотҡарыу хеҙмәте отряды начальнигы Денис Ғабдрахимов.

Йылға буйлап ағыу-2022
Йылға буйлап ағыу-2022

Һыуҙа туристик поход уҙғарыу шарттары:

- ҡатнашыусылар ҡотҡарыу жилетында, каскала булырға тейеш;

- төркөмдә кеше һанына ярашлы ҡотҡарыу һәм медицина ярҙамы күрһәтеү саралары булырға тейеш;

- төркөм етәксеһе һыу походтары үткәреү тәжрибәһенә эйә булырға, маршрутты яҡшы белергә, ҡорамалдар һәм ҡотҡарыу саралары менән эшләү тәртибен һәм ҡағиҙәләрен белергә тейеш;

- йылғаның хәүефле урындарына етәрәк ярға сығып, ул тирәне йәйәү үтергә кәрәк.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: