

Кисә киске сәғәт һигеҙ тирәһендә Баймаҡ районында, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автоюлының 26-сы саҡрымында, 45 йәшлек ир "МТЗ-80" тракторында юлдан осҡан. Аварияла 60 йәшлек пассажир йәрәхәтләнеп, дауаханаға оҙатылған. Тракторсы эскән булған (тикшереү һөҙөмтәһе буйынса алкоголь - 1,273 мг/л). Уның таныҡлығы ла юҡ, транспорт билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән.
Фото: БР ЮХХДИ.