Бөтә яңылыҡтар

Яңы поликлиника асылды

Кисә Саҡмағош районында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә яңы поликлиника асылды. Уны төҙөүгә 400 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән.

Яңы поликлиника асылды
Яңы поликлиника асылды

Тантаналы шарттарҙа поликлиниканы Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин һәм Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Ямалиев асты. Сарала шулай уҡ БР һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева, БР төҙөлөш һәм архитектура министрының беренсе урынбаҫары Алексей Новиков ҡатнашты.

- Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Саҡмағош районы өсөн бик мөһим ваҡиға бөгөн - өлкәндәр һәм балалар поликлиникаһынан, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһынан торған ҙур объект эшләй башланы. Был объектты район халҡы 15 йылдан ашыу көттө. Поликлиника - Республика Башлығы Радий Хәбиров күтәреп алған граждандар инициативаһы буйынса, "һәр мәсьәләне бергәләп хәл итә алабыҙ" принцибына таянған команда эшенең сағыу өлгөһө,  - тине Максим Забелин. - Беҙҙең медицина ярҙамы сифатлы һәм уңайлы була бара. Йәнә бер тапҡыр Президентҡа "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты өсөн рәхмәт әйтке килә, уның ярҙамында республикабыҙ биләмәһендә ошондай объекттар барлыҡҡа килә.

Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған өс ҡатлы поликлиника сменаһына 250 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән (180-е - өлкәндәр, ҡалғаны балалар)

Поликлиникала балалар консультацияһы, рентгенодиагностика бүлексәһе, өлкәндәр өсөн дөйөм бүлмәләр, хирургия бүлексәһе, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, эндоскоп бүлексәһе (гастроскопия, колоноскопия), эндокринолог, офтальмолог, педиатр, прививкалар кабинеттары бар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Яңы поликлиника асылды
Яңы поликлиника асылды
Яңы поликлиника асылды
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: