Бөтә яңылыҡтар

ВИЧ-инфекция менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?

Башҡортостанда 2022 йылдың беренсе кварталында ВИЧ-инфекция менән ауырыусылар күрһәткесе - 100 мең кешегә 11,9 кеше (Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең БР буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренән тыш). СПИД-ты һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, 33 муниципалитетта күрһәткестәр уртаса республика күрһәткесенән күпкә юғарыраҡ. Улар иҫәбендә Дыуан (100 мең кешегә 29,5 кеше), Балтас (28,1), Тәтешле (27,9), Әбйәлил (23,4) һәм Яңауыл (23,4) райондары. Ҡалалар араһында иң күп ауырыуҙар Ағиҙелдә (21,5), Күмертауҙа (20,7), Салауатта (14,1), Стәрлетамаҡта (13,5) һәм Нефтекамала (13,3) теркәлгән.

ВИЧ-инфекция менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?
ВИЧ-инфекция менән ауырыусылар ҡайһы районда иң күбе?

Белгестәр билдәләүенсә, республиканың 29 муниципалитетында ВИЧ-инфекцияның айырым осраҡтары теркәлгән. Архангел, Йылайыр һәм Илеш райондарында быйыл бер генә ауырыу ҙа асыҡланмаған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: