Учалыларға афарин!

Күрегеҙ! Һоҡланығыҙ! Шәп бит! Махсус хәрби операцияла һәләк булған геройҙарыбыҙ Ильнар, Нил, Тимур, Влад һәм Женяның исеме нур булып балҡыны! Ябай ҡыҙҙар һәм егеттәр ойошторҙо быны: Ринат Вәлитов, Евгений Назаров, Анастасия Минһажева, Илдар Әһлиев, Илдар Хәмиҙуллин, Фәрит Зиязетдинов, Эльвира Вәлиева, Светлана Ткаченко, Антон Панкратов! 

Учалыларға афарин!Учалыларға афарин!
Учалыларға афарин!

- Ошо акцияла ҡатнашҡан ябай кешеләргә ҙур рәхмәт, - ти ирекмән Женя. - Беҙ түгел, улар маладис. Ҡайһы бер водителдәр, хатта фураларҙы ҡыуып килтерҙе бит! Кешеләр бер нисә сәғәт буйына төҙөгәнсе сабыр ғына көтөп кенә ултырҙы, тәғәйен ерҙә төҙөлдөләр. Рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас