Бөтә яңылыҡтар

Мәктәп төҙөләсәк!

БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре барышында Иҫке Сибай ауылындағы мәктәптең төҙөлөш майҙанында ла булған.

Мәктәп төҙөләсәк!
Мәктәп төҙөләсәк!

- Объект мөһим һәм кәрәкле, һәм уның ваҡытында асылмағанына Баймаҡ районы халҡының асыуын аңлайым, - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә Андрей Назаров. - Намыҫһыҙ төҙөүсе үҙ өҫтөнә алған йөкләмәләрҙе үтәмәгән, объектты файҙаланыуға тапшыра алмаған. Әле уртаҡ тырышлыҡ менән мәктәпте төҙөйбеҙ һәм Баймаҡ районы халҡына вәғәҙә итеүебеҙсә, уны ваҡытында тапшырасаҡбыҙ. 1 сентябрҙә балалар ошо мәктәпкә барырға тейеш!

Генераль подрядсыға ярҙамға субподряд эштәренә "Башеврокуб" йәлеп ителәсәк. 12 майҙан башлап аҙна һайын Хөкүмәт ултырышында яуаплылар төҙөлөш эштәренең барышы тураһында хәбәр итергә тейеш.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Мәктәп төҙөләсәк!
Мәктәп төҙөләсәк!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: