Ошо ҡағиҙәләрҙе иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
– ҡарауһыҙ сүп-сар яҡмағыҙ;
– усаҡ, сүп-сар яндырыу урыны йорттарҙан, ҡоролмаларҙан 50 метр алыҫлыҡта булырға тейеш;
– тәмәке тартҡанда һаҡ булығыҙ:
– янғын һүндереү ҡорамалдары һәр саҡ әҙер булырға тейеш: биҙрә, көрәк, һыу тултырылған мискәләр, ҡом тултырылған йәшник;
– кипкән үләндәрҙе торлаҡтан, һарай-аҙбарҙарҙан алыҫыраҡ булған ерҙә тимер мискә эсенә һалып яндырырға мөмкин. Тимер мискәлә сүп-сар яҡҡанда ла елдең йүнәлешен билдәләгеҙ, юҡһа осҡоно төҙөлөштәргә эләгеүе ихтимал;
– көслө ел ваҡытында урамда бөтөнләй ут тоҡандырмағыҙ!
Ҡоро үлән янғанын күрһәгеҙ, 112, 01, 101 телефондарына шылтыратығыҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.