Бөтә яңылыҡтар

Исемдәре мәңгеләштерелде

Учалы ҡалаһының афғансылар скверында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған учалыларҙың иҫтәлегенә зәңгәр шыршылар ултыртылды. Ағастарҙы батырҙарҙың  яҡындары ултыртты, уларға юнармеецтар ярҙам итте. Һәр шыршыға шәхси QR-код ҡуйылған, уның буйынса геройҙарҙың биографияһын белергә була. Шулай уҡ Евгений Алямкин, Тимур Килмөхәмәтов, Владислав Саламатов һәм Ильнар Байегетовҡа улар уҡыған мәктәптәрҙә иҫтәлекле таҡтаташтар асылды. Ахун мәктәбе ремонтланып бөткәс, унда ла Нил Мөслимовҡа таҡтаташ асыласаҡ.

Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде

Был ҡыйыу һәм батыр яҡташтарыбыҙ тураһында хәтер! Учалы үҙ геройҙарын һис ҡасан онотмаясаҡ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Исемдәре мәңгеләштерелде
Исемдәре мәңгеләштерелде
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: