Бөтә яңылыҡтар

«Хәтер тупрағы» акцияһына Яңауыл зонаһы ҡушылды

Яңауылдағы тантанала Тәтешле, Балтас, Ҡариҙел, Краснокама, Асҡын райондары, Нефтекама һәм Ағиҙел ҡалаларынан делегациялар ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең биләмәләренән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориал, обелиск һәм һәйкәлдәрҙән тупраҡ алып килгән.

«Хәтер тупрағы» акцияһына Яңауыл зонаһы ҡушылды
«Хәтер тупрағы» акцияһына Яңауыл зонаһы ҡушылды

Тантаналы сарала хәрби хәрәкәттәр ветерандары, юнармия һәм кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре, тыл эшсәндәре, һуғыш балалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙы Яңауыл районы хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов һәм Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков сәләмләне.

- Бөгөн беҙ райондар һәм ике ҡала менән бергә республика тормошондағы мөһим ваҡиғала ҡатнашабыҙ, - тине Илшат Вәзиғәтов, - 9 майҙа Өфөнөң Совет майҙанында Миңлеғәле Шайморатовтың һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ гильзаға тупраҡ тапшырабыҙ. Беҙ уның батырлығына һоҡланабыҙ, геройҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Яҡты донъянан киткән ветерандарҙы онотмай, яныбыҙҙа йәшәгән ветерандарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен, һуғышта һәләк булған яугирҙарыбыҙҙың ғаиләләрен хәстәрлек менән уратып алыу - һәр ҡайһыбыҙҙың бурысы. Беҙгә яҡты донъя, яҙ һәм тормош бүләк иткән кешеләр алдында беҙ мәңге бурыслы.

Гильзаға тупраҡты Балтас районынан полковник, Батырлыҡ ордены кавалеры Эдуард Хайбрахманов, Ҡариҙел районынан Марат Хәкимйәнов, Асҡын районынан старшина Азат Әхмәтйәнов, Тәтешленән - сержант Тәлғәт Ҡиямов, Яңауылдан рядовой Зинфир Ғәлинуров, Краснокама районынан рядовой Артур Рәзетдинов, Нефтекаманан ефрейтор Марат Шахрамов һәм Ағиҙелдән запастағы майор Венер Фәтихов һалды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: