«Ыуылдырыҡ» операцияһы сиктәрендә енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ау ярҙамында балыҡ тотҡан кешене тотҡан. Ир Һаҡмар йылғаһында таң атҡансы кәсеп иткән. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
Асыҡланыуынса, енәйәтсе, дөйөм оҙонлоғо 115 метрлыҡ селтәр менән файҙаланып, законһыҙ рәүештә төрлө тоҡомдағы 60-тан ашыу балыҡ тотҡан, дәүләткә 52 мең һумдан ашыу суммалыҡ зыян килтергән.
Браконьерға енәйәт эше асылған.
Фото: Т. Аманов