Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙекеләр еңеүселәр сафында!

Дәүләкән районында урынлашҡан Халыҡ-ара аэройыһан мәктәп "Тыуған ил нимәнән башлана?" конкурсында өс еңеүсе иҫәбенә инде. Иң яҡшы патриотик проектҡа конкурсты 2022 йылдың апрелендә "Комсомольская правда" медиатөркөмө ярҙамында "Коммерцияға ҡарамаған асыҡ ойошма" порталы үткәрҙе. 

Беҙҙекеләр еңеүселәр сафында!
Беҙҙекеләр еңеүселәр сафында!

Талантлы балалар өсөн тәүге смена 2012 йылдың йәйендә үтте. Мәктәптең ойоштороусылары - Рәсәй Космонавтика федерацияһы, Рәсәй Космонавтика федерацияһының төбәк бүлексәһе, ӨДАТУ, "Халыҡ-ара аэройыһан мәктәбе" коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы, Башҡортостандың бизнес-берләшмәләре вәкилдәре.

Халыҡ-ара аэройыһан мәктәбендә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән авиацияға һәм йыһанға битараф булмаған, ошо йүнәлештәге олимпиадаларҙа, конкурстарҙа еңеүсе балалар ҡатнаша.

Мәктәптә лекцияларҙы, авиация һәм ракета-йыһан тематикаһы буйынса практик дәрестәрҙе авиация техник университеты уҡытыусылары һәм ғалимдары, шулай уҡ осоусы-йыһангирҙәр, космодром ветерандары алып бара. Ун йыл эсендә мәктәптә Советтар Союзы һәм Рәсәй геройҙары, илебеҙ осоусы-йыһангирҙәре булды. Аҙна һайын ойоштороусылар осоу идаралығы үҙәге менән берлектә Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы менән бәйләнеш ойоштора. Аэройыһан мәктәбе ҡатнашыусыларына видеосәләмләү менән Рәсәй Халыҡ-ара йыһан станцияһы экипажы ағзалары мөрәжәғәт итә.

Мәктәп Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һынаусы осоусыһы, һынаусы йыһангире Урал Нәзиб улы Солтановтың исемен йөрөтә. Ул мәғариф, фәнни, тәрбиәүи һәм патриотик йүнәлеш буйынса мәсьәләләрҙе хәл итә һәм үҫеп килгән быуын менән эшләүҙең яңы, үҙенсәлекле формаларын файҙалана. Аэройыһан мәктәбен ойоштороусыларҙың береһе, Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры Сергей Плюхов, Рәсәйҙә башҡа бындай проект юҡ, шуға күрә уға булышлыҡ итергә һәм үҫтерергә кәрәк, тип иҫәпләй. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Беҙҙекеләр еңеүселәр сафында!
Беҙҙекеләр еңеүселәр сафында!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: