Унан ҡатынды Ташкентта урынлашҡан шифаханаға ятҡыралар. Ул 16 йыл дауамында үлгән кеүек йоҡлай. Үлмәһен өсөн уны трубка аша ашаталар. Бер ваҡыт был ҡатын телефон тауышын ишетеп, уянып китә. Иң ғәжәпләндергәне шул: уянғандан һуң ул ҡаҙаҡ, рус һәм инглиз телдәрен яҡшы белә. Мәрттә күргән хәлдәрҙе һөйләп, барыһын да хайран ҡалдыра. Ренгент кеше ауырыуҙарын нисек күрә торған булһа, Нәзыйра ла кешеләрҙең сирҙәрен шулай күрә алған. Был хәлгә тап булған фән ғалимдары ошо күренеште өйрәнер өсөн ҡатынды Мәскәүгә юллайҙар.
Бына шулай Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәте һәм хикмәте менән ҡайһы бер кешеләрҙе тәрән йоҡо менән йоҡлата, теге донъяла буласаҡ хәлдәрҙе күрһәтеп, зәғиф иманлы бәндәләрҙе киҫәтә лә ул.
Фото: Т. АМАНОВ.