Бөтә яңылыҡтар

Уңышлы премьера!

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында легендар осоусы-штурмлаусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Фәрит Әхмәҙиевтың пьесаһы буйынса (Ольга Мусина менән авторҙашлыҡта) ҡуйылған "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы уңышлы үтте.

Уңышлы премьера!
Уңышлы премьера!

Премьера өҫтөндә ижади төркөм эшләгән: ҡуйыусы режиссёр - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, ҡуйыусы рәссам - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлиә Ғиләжева, видеоконтент авторы - Эльвира Тувалева.

Пьеса Муса Гәрәевтың биографияһына нигеҙләнеп яҙылған. Һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтары аша үтеп, ул күп төрлө наградаға лайыҡ була һәм бер тапҡыр ҙа яраланмай. Муса Ғайса улы 22 генә йәшендә ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы була һәм һуғышты эскадрилья командиры званиеһында тамамлай. Башҡортостан Республикаһының Йәштәр театры репертуарында легендар осоусы-штурмлаусыға арналған спектаклдең барлыҡҡа килеүе бик ҡыуаныслы хәл.

Ролдәрҙе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Салауат Нурисламов, Светлана Бронникова, Ренат Фәтхиев, театр артистары Ильяс Хәсәншин, Заһир Яруллин, Юлиә Абрарова, Әсхәт Нәҡиев, Әбйәлил Үтәбаев, Илнур Ғәниев, Эвелина Завричко, Владислав Нурисламов һәм Мельсик Петросян башҡара.

Спектаклдең премьераһында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Муса Гәрәевтың кесе улы Евгений Муса улы, шулай уҡ Муса Ғайса улының яҡташтары - Илеш районы вәкилдәре ҡатнашты.

Икенсе премьера көнө - 7 майҙа (спектакль киске сәғәт алтыла башлана).

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Уңышлы премьера!
Уңышлы премьера!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: