-5 °С
Болотло
Бәлиғ булған мәктәп тамамлаусылар ҡараусыһын юғалтыуға бәйле пенсияны 1 сентябргә тиклем алырға мөмкин. Юғары йәки урта махсус уҡыу йортона ингәндәрҙең дә аҡса алыуға хоҡуғы һаҡлана.
Студенттарға уҡып бөткәнсе пенсия түләнергә тейеш. Бала колледжға йәки юғары уҡыу йортона ингәс, ҡараусыһын юғалтыу осрағы буйынса пенсия түләүҙе тергеҙеүҙең ябайлаштырылған тәртибе ҡаралған: ул уны алыуын дауам итә, бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.
Закон 1 июндән көсөнә инә.