Муттар тоҙағына 19 кеше эләккән

Өфөлә йәшәгән 53 йәшлек ҡатынға ялған "банк хеҙмәткәре" шылтыратып: "Банк клиенттарҙы икенсе карталарға күсерә, шуға ла бөтә булған аҡсаны мин әйткән ячейкаға һалырға кәрәк", - тип хәбәр итә. Ҡатын "белгестең" инструкцияһы буйынса ҙур суммаларға бер нисә кредит алып, үҙенең дә аҡсаһын ҡушып, билдәһеҙ иҫәпкә ике миллион 400 мең һум аҡса күсергән. Хәҙер был сама кредиттарҙы банктарға ҡасан һәм нисек түләп бөтөр - билдәһеҙ...

Муттар тоҙағына 19 кеше эләккәнМуттар тоҙағына 19 кеше эләккән
Муттар тоҙағына 19 кеше эләккән

Баш ҡалала йәшәүсе 45 йәшлек ҡатын интернетта "Нисек аҡса эшләргә?" тигән курстарҙа уҡып сығырға ҡарар итә. Мессенджер аша "уҡытыусы" менән бәйләнешкә ингәс, уныһы авансты алдан күсерергә ҡуша, йәнәһе лә, уҡырға теләүселәр күп, тороп та ҡалыуың бар. Ҡатын вебинар өсөн 20 мең һумды түләй. Әммә тәғәйенләнгән көндө мессенджерҙа "уҡытыусының" духы ла булмай. "Нисек аҡса эшләгәндәрен" бик һуң аңлай шул шәкерт...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас