Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты ярҙамында юл-транспорт ваҡиғалары һәм унда зыян күреүселәр һанын, былтырғы шул осорға ҡарағанда, 50 процентҡа тиклем кәметеүгә ирешелгән.
БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев белдереүенсә, милли проектты ғәмәлгә ашырыу бер нисә мөһим мәсьәләне хәл итә: юл сифаты яҡшыра (йәғни юл төҙөлөштәре, асфальт япмаһын яңыртыуҙар күҙ уңында тотола), транспорт ағымы көйләнә, юл-транспорт ваҡиғалары осраҡтары кәмей.
Ғөмүмән, республикала ыңғай динамика күҙәтелә – 2022 йылдың беренсе кварталында ДТП-лар 8,4 процентҡа әҙәйгән.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан.