Бөтә яңылыҡтар

«Үлемһеҙ полк» саҡыра!

9 майҙа баш ҡалала йәшәүселәр бер колоннаға теҙелеп, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡындары, туғандары йәки таныштарының портреттары менән баш ҡалабыҙҙың төп урамдары буйлап уҙасаҡ.

«Үлемһеҙ полк» саҡыра!
«Үлемһеҙ полк» саҡыра!

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын «Үлемһеҙ полк» акцияһына әүҙем ҡушылырға саҡырҙы.  

Акция 9 майҙа үтәсәк. Иртәнге сәғәт унда Октябрь проспектында «Үлемһеҙ полк» колоннаһына теҙелеү башлана. Быйыл ҡала халҡы илебеҙгә Еңеү яҙын килтергән батырҙарҙы иҫкә алып, Галле урамынан алып Кольский урамына тиклем уҙасаҡ. Сәғәт 11-ҙә Бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителә, ә 12-се 13 минутта акцияла ҡатнашыусылар Ленин исемендәге майҙан яғына атлай башлай. Иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 2-гә тиклем Көньяҡ тыҡрығынан Төньяҡ тыҡрығына тиклем, Октябрь проспектынан Яңы тау урамына тиклем транспорт хәрәкәте ябыла.

«Үлемһеҙ полк» акцияһына ҡушылыу өсөн бер ниндәй ҙә теркәлеү кәрәкмәй. Һәр кемгә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атай-олатайҙарының, туғандарының фотоһүрәтен баҫтырып алырға кәрәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: