Бөтә яңылыҡтар

Өфөнө фотоға төшөрөргә яратаһығыҙмы?

Конкурста ҡатнашығыҙ. Баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналған фотоконкурс иғлан ителде.

Өфөнө фотоға төшөрөргә яратаһығыҙмы?
Өфөнө фотоға төшөрөргә яратаһығыҙмы?
Рус география ойошмаһының республика бүлексәһе "Минең яратҡан ҡалам" тигән асыҡ конкурсты башлай. Ул 1 июнгәсә дауам итә.
 
Дүрт номинация ҡаралған:

«Архитектурные памятники Уфы»
«Уфа с высоты птичьего полёта»
«Многоликая Уфа»
«Это всё о нём, о городе моём»

Фотолар 2020 йылдан һуң төшөрөлгән булырға тейеш. Конкурсҡа йомғаҡ август-сентябрҙә яһала. Эштәрҙән күргәҙмә ойошторорға ниәтләйҙәр.
Конкурста ҡатнашыу өсөн эштәрҙе РГО-ның "Бәйләнештә"ге төркөмөнә, альбомға һалырға: 
 https://vk.com/album-90601139_281862189;

- https://forms.gle/w9FNFJm55dAmw7Na7 теркәлергә;

- формала фотоларға һылтанмаһын күрһәтергә;

Белешмәләр ошонда: clck.ru/gmCvX. 246-60-99.
Фото: vk.com
 
Өфөнө фотоға төшөрөргә яратаһығыҙмы?
Өфөнө фотоға төшөрөргә яратаһығыҙмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: