Бөтә яңылыҡтар

Ерен һаҡлаған...

Ғафури районында булған хәл. Бер нисә йәш кеше элекке машина-трактор станцияһы янындағы ташландыҡ баҫыуға килеп, металл һыныҡтары йыймаҡсы булған. Уларға мылтыҡлы берәү ҡаршы сыҡҡан...

Ерен һаҡлаған...
Ерен һаҡлаған...

Металл эҙләүсе ҡорамал менән бер аҙ йөрөп тә өлгөрмәгәндәр, уларҙы яҡындағы Мәндем ауылында йәшәүселәр күреп ҡалған. Бер ир таныш булмаған егеттәрҙе ҡыуған, хатта һунар мылтығы менән һауаға атып өркөткән. Йәштәр китергә йыйынып, машиналарына тейәлгәндә, теге тағы атҡан. Был юлы машина тәгәрмәсенә тейгән...

Был ваҡиға тураһында металл эҙләүсе егеттәрҙең береһе полиция хеҙмәткәрҙәренә һөйләгән.

Оператив тикшереү төркөмө атыусыны тотҡан. 34 йәшлек ир аңлатыуынса, ул машина тәгәрмәсенә атырға теләмәгән, тик мылтыҡ тәтеһенә яңылыш баҫҡан да ҡуйған.

Полиция унан тейешле урында теркәлгән өс мылтыҡ һәм патрондар тапҡан. Рөхсәт ителмәгән ерҙә атыу ойошторғаны өсөн административ протокол да төҙөлгән. Хәҙер иргә 40 – 50 мең һум штраф янай. Ул ғына ла түгел әле: ҡоралын аласаҡтар, бер нисә йылға ҡорал һаҡлау һәм йөрөтөүгә хоҡуғын сикләйәсәктәр, етмәһә, теге егеттәр машина тәгәрмәсе өсөн дә түләтеүе мөмкин.

Нимәгә кәрәк булды икән ошолайтып ташландыҡ баҫыуҙы һаҡлау? Нисек уйлайһығыҙ?

Ерен һаҡлаған...
Ерен һаҡлаған...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: