Яҙ етеү менән баҡсалағы сүп үләне – билсән дә «уяна». Уның тамыры 6 метрға тиклем етә. Шуға күрә лә ҡаҙығанда тамыры тулыһынса сыҡмай. Күп йыллыҡ баҡса «ҡунағы»на ҡаршы «Торнадо», «Ураган форте», «Раундап», «Чистопол», «Арсенал» кеүек препараттар ҡулланырға мөмкин. Был дарыуҙарҙың составында тоҙ, глифосат бар. Гербициттарҙы ҡулланыр өсөн ҡоро, елһеҙ көндө һайлағыҙ.
Сүп үләнен кәрәсин менән дә бөтөрөп була. Тәбиғи ысул менән билсәндән ҡотолорға теләһәгеҙ, гәрсис (горчица) кеүек сидераттар, һоло, ҡуҙаҡлы культуралар сәсегеҙ. Был үҫемлектәр тупраҡтың составын да яҡшырта, файҙалы матдәләр менән дә байыта.
Билсәнде бөтөрөүҙә аммиак та ярҙам итә. Иретмәне бер биҙрә һыуға 7 флакон аммиак һалып әҙерләйҙәр һәм үләнгә һиптерәләр.