Бөтә яңылыҡтар

Байымдарға афарин!

Әбйәлил районының Байым ауылы халҡының дәртле, әүҙем, берҙәм булыуы күптәнән билдәле. Ниндәй генә саралар үткәрелмәһен, ауыл халҡы һәр саҡ шуны күтәреп ала! Мәҫәлән, 2 май көнө Байым күп тармаҡлы моделле мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре ҙур байрам ойошторған. Күбәләк ерлегенең Кесе Ҡыҙыл буйы, Биштирәк яланы шау-гөр килде, олоһо ла, кесеһе лә балалар өсөн ойошторолған сараның Ураҙа байрамына тура килеүенә һөйөнөп, ошо яланға ағылды, тип яҙа улар:"Байрамда халҡыбыҙҙың милли уйындары "Йәшерәм яулыҡ", "Аҡ тирәк-Күк тирәк", "Түңәрәк уйыны", "Бура һуғыу", "Һунарсы һәм өйрәк" уйындары менән бергә спорт уйындары - футбол, волейбол һәм төрлө ҡаршылыҡтар аша үтеү эстафетаһы ла ойошторолдо. Төрлө яҡҡа һибелгән яҡташтарыбыҙҙың ҡатнашыуы ошо сараға бәҫ һәм йәм өҫтәне. Өфөнән килгән ҡунағыбыҙ Батырхан Калдамановтың өҙҙөрөп ҡурайҙа уйнауы барыһы өсөн дә рухи бүләк булды. Ә инде Яҙгөл Вәлиева менән Сафия Минлебаеваның байрамға килеүселәрҙе һәм ураҙа тотоусыларҙы тәбрикләп, илгә, барлыҡ халыҡҡа именлек, тыныс күк йөҙө теләп, ололарса яттан аят-сурәләрен уҡып доға ҡылыуҙары, уларҙың өләсәйҙәренә, атай-әсәйҙәренә, үҙҙәренә бар халыҡтан оло рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙы. Уйындар Ураҙа байрамының тәмле бутҡаһын, шифалы сәйен ауыҙ иткәндән һуң да дауам итте".

Байымдарға афарин!
Байымдарға афарин!

Афарин, байымдар! Артабан да ауыл шулай гөрләп торһон, балаларҙың шат тауыштары һис ҡасан тынмаһын!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Байымдарға афарин!
Байымдарға афарин!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: