Башҡортостандың Милли музейында Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы мәҙәни-мәғариф саралары планлаштырылған: "Һеңлекәш" фильмының төп геройы Арыҫлан Ҡырымсурин менән бергә М.М. Шайморатов залы буйлап экскурсия ойошторола, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары “Салауат тоҡомдары сигенеүҙе белмәй!” тигән спектаклдән өҙөк күрһәтәсәк. Музейҙа һуғыш йылдарындағы "ГАЗ М1" һәм трофей "Opel Super 6" автомобилдәренән ике фотозона буласаҡ.
Шул уҡ көндө "Муса Гәрәев - яугир һәм граждан" күргәҙмәһе асыласаҡ. Тарих һабаҡтары, "Һалдат яҙмышы" сараһы һәм "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы тураһында рәссамдар" һәм "Эҙәрмәндәр хәрәкәте. Һуғыш кешеһе артефакттары" күргәҙмәләре буйлап экскурсиялар ҡаралған.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейына һәм уның филиалдарына 9 май көнө инеү бушлай. Акция көнөндә музейҙың эш графигы: 11:00-19:00 сәғ.
Тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта www.museumrb.ru йәки телефондан шылтыратып белешергә мөмкин: 8 (347) 272-00-31.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейына рәхим итегеҙ!
Фото: Башҡортостан Республикаһының Милли музейынан.