Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – “Стрижи” юғары пилотаж авиация төркөмөнөң тыуған көнө

Уларҙың сығышын күргәнегеҙ барҙыр. Авиация тарихында донъя рекордын ҡуйған төркөм был.

Бөгөн – “Стрижи” юғары пилотаж авиация төркөмөнөң тыуған көнө
Бөгөн – “Стрижи” юғары пилотаж авиация төркөмөнөң тыуған көнө

“Стрижи” өс тапҡыр Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы И. Кожедуб исемендәге авиация техникаһы үҙәге составына инә (үҙәктең тулы исеме – 237 Гвардейского Проскуровского Краснознаменного орденов Кутузова и Александра Невского Центра показа авиационной техники (ЦПАТ) имени трижды Героя Советского Союза Маршала авиации И. Н. Кожедуба).

Полк 1945 йылдан алып Ҡыҙыл Майҙан өҫтөндәге бөтә һауа парадында ҡатнаша.

1952 йылда был үҙәк осоусылары реактив истребителдәрҙә пилотаж күрһәтә, аҙаҡ МиГ – 17, МиГ – 19, МиГ – 21, Миг – 23, Миг – 29 самолеттарында яңғыҙ һәм төркөм пилотаждарын үҙләштерәләр.

МиГ – 29 самолетында күрһәтмә осоштар өсөн юғары пилотаж техникаһын бар камиллығында белгән хәрби летчиктарҙы берләштереү 1980 йылдарҙа башланған. Тәүҙә “ромб” төрө өйрәнелгән, һуңғараҡ алты самолет менән пилотаж үҙләштерелгән.

“Стрижи” исеме менән төркөм 1991 йылдың 6 майында тәүгә сығыш яһаған һәм тап ошо көн төркөмдөң тыуған көнө булараҡ билдәләнә.

Йылына 50-нән ашыу осош күрһәтәләр. Сит илдәрҙә лә йыш сығыш яһайҙар.

1993 йылда уларға “Донъяның иң яҡшы пилотажы” исеме бирелә. 2007 йылдан “Стрижи” һәм “Русские Витязи” берлектә туғыҙ самолет менән “ромб” төрөндә юғары пилотаж фигураларының тулы комплексын күрһәтә. Был факт – авиация тарихында донъя рекорды.

Бөгөн – “Стрижи” юғары пилотаж авиация төркөмөнөң тыуған көнө
Бөгөн – “Стрижи” юғары пилотаж авиация төркөмөнөң тыуған көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: