Уҙған төндә Өфөнөң Урман тыҡрығы урамындағы 3/2-се йорто янында йәнә ер убылған. Тәүге тикшереү унда диаметры – 50, тәрәнлеге – 5 метр булған соҡор барлыҡҡа килеүен күрһәтте, тип хәбәр итә ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы.
Баш ҡала хеҙмәттәре ер убылыуҙың сәбәптәрен асыҡлай һәм тейешле эштәр алып бара. Ер ултырған участка кәртәләп алынған. Ваҡиға урынына Өфө мэры Ратмир Мәүлиев та барған.
Фото: Т. Аманов